Список материалов

ПЛАНКТОН
ПЛАНКТОН (гр. рlanktós — гиҙеүсе), һыу ҡатламында тотороҡло хәлдә йәшәгән һәм һыу хәрәкәте м‑н күсереп йөрөтөлгән организмдар. Үҫемлек (фитопланктон) һәм хайуан (зоопланктон) П. айырып йөрөтәләр. Планктон организмдарға йөҙөүсәнлекте ваҡ йәки микроскопик үлсәмдәр, йәйелеү, бүлгеләнеү, төрлө үҫентеләр...

ПЛАНЕТАРИЙ
ПЛАНЕТАРИЙ, Ө ф ө ҡ а л а п л а н е т а р и й ы, фәнни‑ағартыу учреждениеһы, унда ярымсферик экранда (көмбәҙҙә) оптик‑механик проекторҙар һәм цифрлы технологиялар ярҙамында күк йөҙөнөң һәм йыһан объекттарының һүрәте төшөрөлә, Ер һәм Ғаләм т‑да лекциялар, аудиовизуаль программалар үткәрелә. П. 1964 й....

ПЛАКСИН Игорь Николаевич
ПЛАКСИН Игорь Николаевич (25.9. 1900, Өфө — 15.3.1967, Мәскәү), тау инженеры. Техник ф. д‑ры (1937), проф. (1934). СССР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1946). Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Алыҫ Көнсығыш ун‑тын тамамлағандан һуң (Владивосток, 1926) СССР ФА‑ның Химия ин‑тында (Ленинград) эшләй, 1928 й. алып...

ПЛАКАТ
ПЛАКАТ (нем. Plakat), графика төрө; агитация, реклама, мәғлүмәт биреү йәки белем биреү маҡсатында алыҫтан күҙгә ташланып торорлоҡ итеп эшләнгән йыйнаҡ текслы һынлы сәнғәт әҫәре. П. һүрәтләү метафоралары, символдар ҡулланыла; шрифт, текстың нисек урынлашыуы, төҫтәрҙең хәл ителеше ҙур роль уйнай. Төҫ...

ПЛАЗМИДТАР
ПЛАЗМИДТАР, бактерияларҙың хромосомаға инмәгән генетик структуралары, улар бактериаль хромосоманан башҡа ирекле рәүештә тереклек итеүгә йәки уға интеграцияланыуға һәләтле. Мол. м. 106—108Д (1500— 400000 пар нуклеотид) булған ике епле ДНК‑ның түңәрәк молекулаһы булып тора. П. күҙәнәкле органоидтарҙың...

ПЛАЗМА
ПЛАЗМА ф и з и к а һ ә м х и м и я л а, матдәнең дүртенсе хәле, ыңғай һәм кире зарядтарҙың тығыҙлығы ғәмәлдә бер тигеҙ булған өлөшләтә йәки тулыһынса ионлашҡан газ. П. магнитлы гидродинамика генераторҙарында, газ разрядлы яҡтылыҡ сығанаҡтарында, лазерҙарҙа, плазмалы технологияларҙа (материалдарҙы...

ПИЩАЕВ Геннадий Михайлович
ПИЩАЕВ Геннадий Михайлович (30.7.1927, БАССР‑ҙың Мәләүез р‑ны Ергән ҡсб), йырсы (лирик тенор). РСФСР‑ҙың атҡ. артисы (1965). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1963). Башҡ. музыка уч‑щеһында уҡыған (1945—48; А.Чернов‑Шер класы). Мәскәү консерваторияһын тамамлағандан һуң (1953; С.П.Юдин класы) 1995 й. тиклем...

ПИЧУГИН Юрий Александрович
ПИЧУГИН Юрий Александрович (8.1.1923, Өфө — 3.2.2000, Мә.скәүҡ.), хәрби эшмәкәр. Ген.‑полковник (1984). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ф.Э. Дзержинский ис. Артиллерия‑инженерия акад. тамамлаған (Мәскәү, 1953). 1941 й. алып Совет Армияһында. 1942 й. башлап Брянск, Үҙәк, 1—3‑сө Белоруссия фронттарының. 61‑се...

ПИТЯКОВ, Бөрө р-нындағы ауыл
ПИТЯКОВ, Бөрө р‑нындағы ауыл, Иҫке Петров а/с үҙәге. Район үҙәгенән К. 22 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 117 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 671 кеше; 1920 — 763; 1939 — 809; 1959 — 581; 1989 — 661; 2002 — 625; 2010 — 615 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Балалар баҡсаһы,...

ПИСЕМСКИЙҘАР
ПИСЕМСКИЙҘАР, дворяндар нәҫеле. Өфө тармағына нигеҙ һалыусы — Венедикт (Бишенсе) П., баяр балаларынан. 1603 й. Соҡалаҡ й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында 25 сирек ер алған, 1630 й. унда алпауыт ауылы барлыҡҡа килгән. Уның улы Гаврила Венедиктович П. (?—1687), 1630 й. түләүле хәрби хеҙмәткә (поместье һәм...

ПИСАРЕВ, Шаран р-нындағы ауыл
ПИСАРЕВ, П и с а р е в ‑ Н и к о л ь с к и й, Шаран р‑нындағы ауыл, Писарев а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т. 25 км һәм Туймазы т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 55 км алыҫлыҡта Тиләгәҙе й. (Сөн й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 263 кеше; 1920 — 334; 1939 — 496; 1959 — 184; 1989 — 402; 2002 — 332;...

ПИСАРЕВ Алексей Афанасьевич
ПИСАРЕВ Алексей Афанасьевич (20.8.1909, С.‑Петербург — 19.9.1960, шунда уҡ), балет артисы, педагог. БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1947). Ленинград хореография уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1928; педагогы В.И.Пономарёв) 1950 й. тиклем С.М.Киров ис. Ленинград опера һәм балет театры солисы, бер үк ваҡытта...

ПИРРОТИН
ПИРРОТИН (гр. pyrrhotēs — ҡыҙғылт), м а г н и т к о л ч е д а н ы, сульфидтар класы минералы, Fe1‑xS. Сингонияһы тимер һәм көкөрт нисбәтенә бәйле гексагональ йәки моноклинлы, кристалдары дипирамидаль, пластинка, бағана, мискә формаһында; игеҙәктәр хас. Төҫө һарғылт‑ҡуңыр, көрән төҫмөрө бар, металл...

ПИРОФИЛЛИТ
ПИРОФИЛЛИТ (гр. pýr — ут һәм phýllon — япраҡ), икеләтә системаһыҙ структуралы ҡатлаулы силикаттар ярым класы минералы, Al2(OH)2[Si4O10], Al3+ өлөшләтә Fe2+, Mg2+ һ.б. м‑н алмашына. Моноклин сингонияһында кристаллана. Агрегаттары табаҡлы, тәңкәле. Пластинкалы, нурлы һәм тотош тупланмалар рәүешендә осрай....

ПИРОТЕХНИК СОСТАВТАР
ПИРОТЕХНИК СОСТАВТАР, яныуы яҡтылыҡ, йылылыҡ, тауыш, төтөн, реактив пиротехник эффекттар м‑н оҙатылған матдәләр ҡатышмаһы. Яғыулыҡтан (юғары т‑ралыларҙа — башлыса магний, алюмин, уларҙың иретмәләре; төтөн сығара торғандарында — кәрәсин, бензин, мазут, крахмал, ағас оно, металл вағы һ.б.), окисландырыусынан...

ПИРОМЕТАЛЛУРГИЯ
ПИРОМЕТАЛЛУРГИЯ (гр. pýr — ут һәм металлургия), юғары т‑раларҙа металдар (иретмәләр) алыу һәм уларҙы таҙартыу процестары йыйылмаһы. П. — металлургияның төп һәм иң боронғо өлкәһе. П. эсендә үртәү (состав үҙгәрә, өлөшсәләрҙең үлсәме ҙурая), иретеү (эшкәртеп алына торған металл — металл фазаһына, ҡушылмалар...

ПИРОМЕЛЛИТ ДИАНГИДРИДЫ
ПИРОМЕЛЛИТ ДИАНГИДРИДЫ, бензол‑1,2,4,5‑тетракарбон к‑таһының диангидриды. Төҫһөҙ кристалл, tҡайнау 287°С, tиреү 397—400°С. Ацетонда, диметилсульфоксидта, диметилформамидта, һыуҙа эрей. 330°С тиклем тарҡалмай, спирттар м‑н — ҡатмарлы эфирҙар, аминдар м‑н — имидтар, һыуҙа йылытҡанда моноангидрид, пиромеллит...

ПИРОЛИЗ
ПИРОЛИЗ (гр. pýr — ут, lýsis — тарҡалыу, эреү), органик берләшмәләрҙең юғары т‑рала деструктив әүерелештәре. Ағас, нефть һ.б. сеймал, органик ҡалдыҡтар П. айырыла. Ағас П. — ҡоролай ҡыуыу, 450°C тиклем һауаһыҙ ҡыҙҙырғанда тарҡалыу; унда ирекле радикаль реакциялар бара. Технологик схемаһы: сеймалды киҫәктәргә...

ПИРОКСЕНДАР
ПИРОКСЕНДАР (гр. pýr — ут һәм xénos — сит), сылбырлы структуралы метасиликаттар класы минералдары. Дөйөм формулаһы W(X,Y)1+ +p(Z2O6), бында W — Ca, Na; X — Mg, Fe2+, Mn, Li, Ni; Y — Al, Fe3+, Cr, Ti; Z — Si, Al. Төрҙәре: тимерҙең күләме 0—12%‑тан 88—100%‑ҡа тиклем үҙгәреү м‑н өҙлөкһөҙ энстатит—ферросилит...

ПИРОЖОК Пётр Иванович
ПИРОЖОК Пётр Иванович (3.9.1927, Украина ССР‑ы Семёново а. — 2020 й. декабре, Учалы ҡ.), тау инженеры‑геолог. БР‑ҙың атҡаҙанған геологы (1995). Б.В. һуғышында һәм 1945 й. совет‑япон һуғышында ҡатнашыусы. Свердловск тау институтын тамамлағандан һуң (1959) Учалы тау‑байыҡтырыу комбинатында эшләй: 1962 й....