Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

“ҒӘЛИӘ”, мәҙрәсә

“ҒӘЛИӘ”, юғары мәҙрәсә. 1906 й. окт. Өфөлә 2-се йәмиғ мәсете (ҡара: Өфөләге мәсеттәр) эргәһендә асыла. Башлап йөрөүсеһе һәм нигеҙ һалыусыһы — З.Камалетдинов. Ырымбур мосолман диниә назараты ҡарамағында була, кешеләрҙән йыйылған иғәнә иҫәбенә тотола. Уҡытыу-тәрбиә эшенә ректор һәм мәсеттең имам‑хатибы...

“ҒӘЛӘБӘСЕ”

“ҒӘЛӘБӘСЕ” (“Еңеүсе”), ижт.‑сәйәси гәзит. Башҡорт хөкүмәтенең хәрби бүлеге органы. Ырымбур ҡ. аҙнаһына 1 тапҡыр иҫке башҡорт телендә сыҡҡан. 1918 й. 15 нояб. алып нәшер ителгән, ябылыу ваҡыты билдәһеҙ (бөтәһе 4 һаны донъя күрә). Гәзит биттәрендә Башҡорт хөкүмәтенең хәрби бүлеге ҡарарҙары, бойороҡтары,...

“ҒАЙСА АХУН”, йыр

“ҒАЙСА АХУН”, “Ғайса”, “Ғайса батыр”, “Илсе Ғайса”, башҡ. халыҡ йыры, оҙон көй. Тәүге тапҡыр И.В.Салтыков тарафынан 20 б. 20‑се йй. яҙып алына, “Башҡорт көйҙәре” [“Башкирские мелодии”; “2‑се йыйынтыҡ” (“Сборник №2”) булараҡ билдәле; ӨДСА‑ның фольклор кабинетында һаҡлана] ҡулъяҙма йыйынтығына инә. “Башҡорт...

“ГРАНТ”, предприятие

“ГРАНТ” фәнни-етештереү предприятиеһы, ЯСЙ. Скважиналарҙы тикшереү, нефть һәм газ ятҡылыҡтары продуктив ҡатламдарының газогидродинамик параметрҙарын контролдә тотоу өсөн датчиктар, приборҙар һәм технологик параметрҙарҙы контролдә тотоу системалары, лаб. йыһаздары һ.б. уйлап таба һәм етештерә. Өфөлә...

“ГӨЛӨСТАН БИТ-ТӨРКИ"

“ГӨЛӨСТАН БИТ-ТӨРКИ", (“Сәскәләр иле төркисә”), төрки әҙәбиәте ҡомартҡыһы, дастан. 1391 й. шағир С.Сараи ижад итә. Фарсы суфый шағиры Сәғҙиҙең дини-дидактик “Гөлөстан" (“Сәскәләр иле”; 1258) әҫ. харәзм-төрки теленә (ҡара: Боронғо һәм урта быуат төрки әҙәби телдәре) тәржемәһе булып тора. Әҫ. ҡатмарлы...

“ГӨЛНӘЗИРӘ”, йыр

“ГӨЛНӘЗИРӘ”, 1) башҡ. халыҡ йыры, ҡыҫҡа көй. Тәүге тапҡыр 1938 й. Л.Н.Лебединский яҙып ала, Х.Ф.Әхмәтов яҙмаһында “Башҡорт халҡ йырҙары” китабында баҫыла. Шаян йөкмәткеле билдәле бейеү йыры. Көйө бер туҡтауһыҙ интонация үҫеше, үҙенсәлекле куплет-строфа формаһы (йыр башы өс тактлы, ҡушымтаһы дүрт тактлы)...

“ГӨЛНӘЗИРӘ”, балет

“ГӨЛНӘЗИРӘ”, Н.Ғ.Сабитовтың 3 шаршауҙан һәм прологтан торған балеты. 1958 й. яҙылған. “Г.” премьераһы (Н.Ғ.Сабитов, С.В.Дречин, Ғ.Ғ.Сабитов либреттоһы, балетм. Дречин, дирижёры Н.Ғ.Сабитов, ҡуйыусы рәссамы В.И.Плекунов) 1963 й. БДОБТ‑ла уҙа. Төп партияларҙа: Г.Ғ.Сөләймәнова (Гөлнәзирә), Ф.М.Саттаров...

“ГӨЛДӘР”, ансамбль

“ГӨЛДӘР”, Сибай ҡ. балалар сәнғәт мәктәбенең бейеү ансамбле. 1982 й. Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге мәҙәниәт һарайы эргәһендә ойошторола. 1987 й. — “өлгөлө” исемен, 1996 й. хәҙ. статусын ала. Ансамбль составында 3—18 йәштәге 60-тан ашыу ҡатнашыусы. “Г.” постановкалары сағыулығы, үҙенсәлекле булыуы...

“ГОССОРТКОМИССИЯ"

“ГОССОРТКОМИССИЯ”, Рәсәй Федерацияһының Селекция ҡаҙаныштарын һынау һәм һаҡлау буйынса дәүләт комиссияһы, федераль дәүләт учреждениеһы. Башҡортостан Республикаһы б‑са инспектура — “Г.” филиалы 1937 й. Өфөлә Иген, май биреүсе культураларҙың һәм үләндәрҙең сортын һынау б‑са дәүләт комиссияһының БАССР...

“ГОСНИИХЛОРПРОЕКТ”

“ГОСНИИХЛОРПРОЕКТ”, Дәүләт хлор сәнәғәте ғилми-тикшеренеү һәм проект институты. Стәрлетамаҡтағы филиалы 1964 й. Стәрлетамаҡ химия з‑ды (ҡара: “Каустик”) төҙөлөшөн ғилми-тикшеренеү эштәре м‑н тәьмин итеү өсөн 754‑се почта йәшниге филиалы булараҡ ойошторола, 1971 й. алып “Гипрохлор” Дәүләт проект ин‑ты...

“ГОРНАС”, предприятие

“ГОРНАС”, ААЙ. Үҙәктән ҡыуғыс насостар (70‑тән ашыу тип-үлсәм) етештергән. Составына механика, тимерлек-преслау (1967 й. тиклем тимерлек), йыйыу цехтары ингән. 2004 й. 91 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатылған, яҡын сит илдәргә сығарылған. 1898 й. Өфөлә слесарлыҡ-тимерселек-баҡырсылыҡ...

“ГОРИЗОНТ”, предприятие

“ГОРИЗОНТ” фәнни‑етештереү фирмаһы, ЯСЙ. Забойҙар өсөн сымһыҙ электромагнит каналлы элемтә телеметрик системаларын етештерә, забой телеметрик системаларын файҙаланып, ҡырын йүнәлешле һәм горизонталь скважиналар быраулауҙы мәғлүмәт м‑н тәьмин итеү хеҙмәттәрен күрһәтә. Октябрьский ҡ. урынлашҡан. 1994 й....

“ГОРЗЕЛЕНХОЗ"

“ГОРЗЕЛЕНХОЗ”, МУП. Йәшеллек зоналары булдырыу, ҡарау, реконструкциялау һәм уларҙың һаҡланыуын контролдә тотоу, декоратив үҫемлектәрҙең үрсетеү материалын етештереү һәм һатыу б‑са сараларҙы тормошҡа ашыра. Өфөлә урынлашҡан. Составы: 5 етештереү участкаһы, механизацияланған эштәр, ремонт-төҙөлөш, төргәкле...

“ГОРДЕЕВ М.В. ФИТОҮҘӘГЕ”, предприятие

“ГОРДЕЕВ М.В. ФИТОҮҘӘГЕ”, шифалы үләндәр, һауыҡтыра торған сәйҙәр, фитопрепараттар, кремдар, дарыу майҙары, бәлзәмдәр, умартасылыҡ продукцияһы һ.б. етештереү һәм һатыу пр‑тиеһы. 1995 й. нигеҙ һалына. Составы: производство бүлеге (Өфө р‑ны Урыҫ Юрмашы а.), Өфө (4), Стәрлетамаҡ (1), Мәскәү (2), С.‑Петербург...

“ГОЛОС РАБОЧЕГО”

“ГОЛОС РАБОЧЕГО” (“Эшсе тауышы”), ижт.-сәйәси гәзит. Меньшевистик РСДРП (берләшкән) ойошмаһының Өфө губ. бюроһы, май айынан — РСДРП‑ның Өфө губ. бюроһы органы. 1918 й. февр.—майында, июль—дек. Өфөлә урыҫ телендә көн һайын сыҡҡан. Гәзит биттәрендә илдәге ваҡиғалар, урындағы меньшевистик комитеттарҙың,...

“ГЛУХОВСКАЯ”

“ГЛУХОВСКАЯ”, шифахана. Бәләбәй р‑нында, Өфөнән көньяҡ-көнбайышҡа табан 175 км һәм Глуховская т. юл ст. 5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Климаты континенталь, ҡыш уртаса һалҡын (ғин. уртаса т‑ра −15°С), йәй йылы (июлдә уртаса т‑ра 18°С). 1892 й. эшҡыуар И.П.Коньшиндың “Урыҫ Швейцарияһы” хосуси ҡымыҙ дауаханаһы...

“ГИДРОМАШ”, предприятие

“ГИДРОМАШ”, а.х., юл-төҙөлөш һәм махсус хәрәкәтсән техниканың башҡа төрҙәрен комплектлаштырыу өсөн гидростатик трансмиссиялар, гидрокүләмле күсергестәр, аксиаль-бешкәкле гидронасостар, гидромоторҙар (ҡара: Гидравлик двигателдәр); нефть скважиналарын ремонтлау өсөн ҡорамалдар һ.б. етештереү пр-тиеһы....

“ГИДРАВЛИКА″, предприятие

“ГИДРАВЛИКА” Ө ф ө  а г р е г а т  п р е д п р и я т и е һ ы, АЙ. Авиация ярҙамсы энергия ҡулайламалары; бәләкәй үлсәмле энергия ҡулайламалары; титан иретмәләре, тутыҡмай торған ҡорос һәм фторопластан титан м‑н сырмалған һығылмалы үткәргес торбалар һәм компенсаторҙар; һыу, яғыулыҡ, һауа, май фильтрҙары;...

“ГЕРКУЛЕС”, спорт мәктәбе

“ГЕРКУЛЕС”, 6‑сы балалар һәм үҫмерҙәр олимпия резервы махсус спорт мәктәбе. Өфөлә урынлашҡан. 1968 й. “Г.” үҫмерҙәр клубы нигеҙендә “Г.” ДЮСШ‑ы булараҡ асыла, 1973 й. хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. Дзюдо, көрәш, самбо бүлектәре бар. Мәктәптә 500‑гә яҡын кеше шөғөлләнә, 16 уҡытыусы-тренер эшләй (2011)....

“ГЕРАКЛ”

“ГЕРАКЛ”, спорт клубы. Өфөлә урынлашҡан. 1992 й. асыла. Тренажёр залы, массаж кабинеты һ.б. бар. Ауыр атлетика, бодибилдинг, пауэрлифтинг секциялары эшләй. “Г.” 20-гә яҡын Рәсәй спорт мастеры әҙерләнгән. Тәрбиәләнеүселәре араһында А.Р.Байков, С.Д.Бочко, Р.Р.Ғәҙиев, Р.Я.Казаков, О.А.Руденко, В.В.Әхмәҙуллин,...