Список материалов

БӨЙӨК ВАТАН ҺУҒЫШЫ
БӨЙӨК ВАТАН ҺУҒЫШЫ, 1941—45 йй. СССР‑ҙың Германияға һәм уның Европалағы союздаштарына ҡаршы алып барған һәм уларҙы тар‑мар итеү м‑н тамамланған азатлыҡ һуғышы; Икенсе донъя һуғышының иң мөһим өлөшө.
1941—45 йй. СССР Ҡораллы көстәрендә БАССР-ҙан 700 меңдән ашыу кеше (ш. иҫ. кадрҙағы хәрбиҙәр һәм хәрби...

БӨЙӨК ВЕНГРИЯ
БӨЙӨК ВЕНГРИЯ (Magna Hungaria), венгрҙарҙың яҙма һәм фольклор сығанаҡтарҙан билдәле булған легендар тарихи тыуған иле. “Б.В.” термины тәүге тапҡыр Плано Карпиниҙың юл отчётында телгә алына, ул Юлиан, һуңынан В.Рубрук кеүек үк, Б.В. Башҡортостан тип иҫәпләй. Сығанаҡтарҙа аныҡ мәғлүмәттәрҙең булмауы венгр...

БӨЙӨЛӘР
БӨЙӨЛӘР, т а р а н т у л д а р, бүре‑үрмәкселәр ғаиләһенең Lycosa затына ҡараған эре ағыулы үрмәксе. Яҡынса 100 төрө билдәле, Евразия сүлдәре, ярымсүлдәре һәм далаларында таралған. БР‑ҙа көньяҡ урыҫ Б., йәки мизгирь йәшәй. Тән оҙонлоғо 20—35 мм. Тәне һорғолт ерән, ҡайһы ваҡыт ҡара ҡуйы төклө, ҡабырғалары...

БӨКЛӘНДЕ, Мишкә р‑нындағы ауыл
БӨКЛӘНДЕ, Мишкә р‑нындағы ауыл, Сурай а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 36 км һәм Загородная т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 105 км алыҫлыҡта Ҡыңғыр (Бөрө й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 388 кеше; 1920 — 639; 1939 — 483; 1959 — 543; 1989 — 421; 2002 — 362; 2010 — 307 кеше. Мариҙар йәшәй...

БӨРЙӘН
БӨРЙӘН, башҡ. ҡәбиләһе. Ырыу составы: байулы‑бөрйән, монаш, нуғай‑бөрйән, ямаш, янһары. Тамғалары: Этник яҡтан б.э. 1‑се мең йыллығының 1‑се ярт. Һырдаръя й. түбәнге ағымына һәм Арал буйына күсенгән Үҙәк Азия төрки ҡәбиләләренә барып тоташа. Б. формалашыуына уларҙың Арал буйының иран, уғыр һәм төрки‑бәшнәк...

БӨРЙӘН РАЙОНЫ
БӨРЙӘН РАЙОНЫ, БР‑ҙың көньяҡ-көнсығышында, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының үҙәк өлөшөндә урынлашҡан. Төньяҡта Белорет р‑ны, көнсығышта — Әбйәлил һәм Баймаҡ, көньяҡта — Йылайыр һәм Күгәрсен, көнбайышта Мәләүез һәм Ишембай р‑ндары м‑н сиктәш. 1930 й. 20 авг. ойошторола (ҡара: Административ район), район...

БӨРЙӘН УРМАН СӘНӘҒӘТЕ ХУЖАЛЫҒЫ
БӨРЙӘН УРМАН СӘНӘҒӘТЕ ХУЖАЛЫҒЫ, ағас әҙерләү һәм эшкәртеү пр‑тиеһы. 1928 й. Бөрйән р‑ны Иҫке Собханғол а. нигеҙ һалына, 1986 й. алып “Башлеспром” ААЙ составында, 1995 й. — ААЙ, 2005 й. ябыла. Составына ағас әҙерләү участкаһы (1928 й. нигеҙләнгән), таҡта ярыу, ағас әйберҙәр эшләү (икеһе лә — 1996), мебель...

БӨРЙӘН-ТҮҢГӘҮЕР ИХТИЛАЛЫ
БӨРЙӘН-ТҮҢГӘҮЕР ИХТИЛАЛЫ, 1920 й. Бөрйән-Түңгәүер кантоны, Тамъян-Ҡатай кантоны һәм Үҫәргән кантоны халҡының большевиктарға ҡаршы ҡораллы күтәрелеше. Хәрби коммунизм сәйәсәте һәм 1‑се составтағы Башҡортостан хәрби-революцион комитетының отставкаға китеүенә ризаһыҙлыҡ һөҙөмтәһендә тыуа. 2‑се составтағы...

БӨРЙӘН‑ТҮҢГӘҮЕР КАНТОНЫ
БӨРЙӘН‑ТҮҢГӘҮЕР КАНТОНЫ, 1919 й. 20 мартында АСБР составында ойошторола. 1917 й. ойошторолған автономиялы Башҡортостандың Ҡ.к. сиктәре нигеҙ итеп алынған. Кантон Орск өйәҙенең 12 улусынан төҙөлә. Төньяҡта Тамъян‑Ҡатай кантоны, көнсығышта Ырымбур губернаһы, көньяҡта Үҫәргән кантоны, көнбайышта Ҡыпсаҡ...

БӨРЙӘНИ
БӨРЙӘНИ, рифейҙың түбәнге хроностратиграфик бүлексәһе. Йәше 1650—1350±50 млн йыл. Ултырмалары йырын һәм ауышыу мөйөштәре ярашмаған рәүештә архей‑иртә протерозой ҡатламдарында ята, улар өҙөк һәм ауышыу мөйөштәре ярашмаған рәүештә юрматыни менән ҡаплана. Микрофоссилийҙар, строматолиттар һәм микрофитолиттар...

БӨРЙӘНЙЫЛҒА, Баймаҡ р‑нындағы ауыл
БӨРЙӘНЙЫЛҒА, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Ишбирҙе а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 74 км һәм Сибай т. юл ст. К.‑Көнб. табан 115 км алыҫлыҡта Бөрйәнйылға й. (Һаҡмар й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 130 кеше; 1920 — 237; 1939 — 120; 1959 — 122; 1989 — 107; 2002 — 114; 2010 — 119 кеше. Башҡорттар...

БӨРКӨТ
БӨРКӨТ (Aquila chrysaetos), ҡарағоштар затына ҡараған ҡош. Евразияла, Төньяҡ Африкала һәм Төньяҡ Америкала таралған. Ултыраҡ ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 84—90 см, ҡанатының ҡоласы 2 м тиклем. Ҡауырһын ҡапламы тығыҙ (елкәһендә ҡауырһындары оҙонса, осло), ҡараһыу көрән, ә башы һәм муйыны ерән‑алтынһыу төҫтә....

БӨРМӘКӘЙ
БӨРМӘКӘЙ (Galium), марена һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 400‑ҙән ашыу төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған.
Башҡортостанда 19 төрө үҫә: аҡ Б., ҡабарынҡы емешле Б., кейеҙ Б., һигеҙ япраҡлы Б. һ.б. Күп һәм бер йыллыҡ үлән. Һабағы тармаҡлы, төҙ, түшәлмә йәки күтәрелеүсе, бейеклеге 30—100 cм....

БӨРӨ АЙЫРТЫЛҒАН ҠОРО ҺӨТ КОМБИНАТЫ
БӨРӨ АЙЫРТЫЛҒАН ҠОРО ҺӨТ КОМБИНАТЫ. 1965 й. нигеҙ һалына, 1968 й. файҙаланыуға тапшырыла, 1997 й. алып ААЙ, 2011 й. ябыла. Составына ҡабул итеү-аппарат, айыртылмаған һөт продукцияһы, һөт киптереү (бөтәһе лә 1968 й. нигеҙләнгән), аҡ май (1976), туңдырма (1969), ярҙамсы цехтар ингән; Бөрө р‑ны Иҫке Баҙан...

БӨРӨ БАШҠА МИЛЛӘТТӘР ӨСӨН УҠЫТЫУСЫЛАР МӘКТӘБЕ
БӨРӨ БАШҠА МИЛЛӘТТӘР ӨСӨН УҠЫТЫУСЫЛАР МӘКТӘБЕ. 1882 й. урыҫ булмаған халыҡтар араһынан уҡытыусылар әҙерләү һәм улар араһында христианлыҡты таратыу маҡсатында нигеҙ һалына. Халыҡ мәғарифы министрлығы ҡарамағында була. 2 класлы башланғыс уч‑ще тамамлаған, 15 йәше тулған үҫмер егеттәр — башҡорттар, мариҙар,...

БӨРӨ БИЛӘНЕ
БӨРӨ БИЛӘНЕ, Волга-Кама антеклизаһы үҙәгендәге беренсе дәрәжәле тоташтырыусы тектоник структура. Л.Н.Розанов тарафынан айырып күрһәтелә (1952). Г.П.Ованесов (1962), Р.О.Хачатрян (1979), Е.В.Лозин (1994) һ.б. тарафынан өйрәнелә. Палеозой алды һәм палеозой ултырмаларында айырыла. Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышында...

БӨРӨ ЗАКАЗНИГЫ
БӨРӨ ЗАКАЗНИГЫ. 1967 й. һунар йәнлектәре популяцияһын тергеҙеү маҡсатында зоол. заказник булараҡ ойошторола. Бөрө ҡ. төньяҡ-көнбайышҡа табан 6 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. уң ярында урынлашҡан. Майҙаны 20,6 мең га, терр‑яның 53,3%‑ын урман ҡаплаған. Рельефы һыубаҫар туғайлы, уйһыу, йырындар м‑н йырғыланған....

БӨРӨ ИКМӘК КОМБИНАТЫ
БӨРӨ ИКМӘК КОМБИНАТЫ. 1934 й. Бөрө икмәк з‑ды (3 икмәкхананан торған) булараҡ нигеҙ һалына, 1964 й. алып Б.и.к., 1997 й. — ДУП, 1999 й. — ААЙ, 2006 й. ябыла. Составына икмәк-булка (1964 й. нигеҙләнгән), 2 кондитер (1965, 1990) цехтары ингән. 1999 й. 208 кеше эшләгән. Икмәк-булка, кондитер, макарон изделиелары,...

БӨРӨ ИТ КОМБИНАТЫ
БӨРӨ ИТ КОМБИНАТЫ, 1938 й. шәхси мал һуйыу базаһында (1933 й. нигеҙләнгән) нигеҙ һалына, 1994 й. алып ААЙ, 2003 й. ябыла. Комб‑т составына (1999) ит-май (1980), 2 колбаса (1973, 1991) цехтары һәм һыуытҡыс (1975) ингән. 1999 й. 165 кеше эшләгән. Ит һәм субпродукттар, колбаса ашамлыҡтары, ит ярым фабрикаттары,...

БӨРӨ КАНТОНЫ
БӨРӨ КАНТОНЫ, 1922 й. 18 июлендә БАССР составында Бөрө өйәҙенең 43 улусынан ойошторола. Төньяҡта Пермь губернаһы, көнсығышта Екатеринбург губ. һәм Мәсәғүт кантоны, көньяҡта Бәләбәй кантоны һәм Өфө кантоны, көнбайышта Вятка губернаһы һәм ТАССР м‑н сиктәш була. Адм. үҙәге — Бөрө ҡалаһы. Майҙаны — 24328 км2...